Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 11:25

Вирус хушлашырға ашыҡмай

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 7 435-кә еткән.

Тәүлек эсендә тағы ла 33 кешелә диагноз раҫланған, 69 ауырыу һауыҡҡан.
Әле 82 пациент дауаханаларҙа дауалана, 670-е сирҙе еңел үткәрә, амбулатор шарттарҙа дауалана.
Рәсәйҙә кисә 4 785 кешенең инфекцияны йоҡтороуы асыҡланған, бишенсе тәүлек инде һандар шул тирәләй тирбәлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 110 ауырыу вафат булған. Пандемия осоронда барлығы 942 106 кешелә коронавирус раҫланған,16 133 ауырыу һәләк булған. Әле илдә 170 меңдән ашыу кеше дауалана
Тимур Шәрипҡолов фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Virus-hushlashir-a-ashi-may-419553/