Владимир Путин менән Алексей Кудриндың осрашыуында ҡаҙна аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыу тураһында ентекле һөйләшеү булды. Президент әйтеүенсә, Иҫәп палатаһы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тоторға тейеш, ә ошо йәһәттән Хөкүмәт менән бәхәстәр мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Владимир Путин, алдан уҡ килешелеүенсә, Иҫәп палатаһы проблемаларға киңерәк ҡарарға, йәғни милли проекттарҙың үтәлешен контролдә тоторға һәм тәьмин итергә бурыслы, тип билдәләне. Ә Палатаның Хөкүмәт һәм эксперттар менән булған бәхәсен тулыһынса тәбиғи хәл, тип баһаларға кәрәк. Бынан башҡа талап ителгәнде эҙләү һәм табыу мөмкин түгел, йомғаҡ яһаны дәүләт башлығы.