Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 11:15

Һарымһаҡты ҡасан сәсергә?

Ғалимдар аңлатыуынса, һарымһаҡ бик күп ауырыуҙарҙан дауалай, шул иҫәптән, әле бөтә кешелек көрәшкән короновирустан да. Тимәк, быйыл был баҡса үҫемлеген сәсеп, унан мул уңыш алғандар ныҡ отто.

– Һарымһаҡ беҙҙең өҫтәлдән өҙөлмәй, уны көн дә тиерлек ашайбыҙ, – тип һөйләй баҡсасы Сабир Үтәгәнов. – Хәҙер ауырыуҙың ни икәнен дә белмәйбеҙ. Грипп менән сирләйбеҙ, тиҙәр, ундай яман ҡурҡыныс минең ғаиләмә һис тә янамай.
Яҙғыһын да сәсәләр һарымһаҡты, ә бына танышым Сабир һарымһаҡты көҙгөһөн, дөрөҫөрәге, сентябрь аҙаҡтарында – октябрь баштарында сәсеп ҡалдырыу яғында. Һыуыҡ төшөр алдынан ултыртҡанда, ул тамыр ебәреп өлгөрмәй һәм ҡышҡыһын дымға артығы менән туйынып ҡала. Үҙ сиратында, эре була.
Әңгәмәсем әйтеүенсә, һарымһаҡты дөрөҫ һаҡларға кәрәк. Юғиһә, ул йомшара башлай һәм уның файҙаһы ла әҙ. Был баҡса үҫемлеген ул өс литрлыҡ банкаға тупрағы-ние менән тултыра ла, ҡапҡасын ябып баҙға төшөрә. Банканың ҡапҡасын яҙғыһын асҡанда ла ул ҡаты була.
Автор: Илдар Акьюлов