Новости
19 Августа 2020, 11:15

Камиланың Башлыҡҡа бүләге

"Ирәндек" күп функциялы клубты асыу тантанаһында буласаҡ йәш рәссам Камила Юнысова Радий Хәбировтың фотоһүрәте буйынса уның портретын эшләгән.

Башлыҡ ҡыҙҙың һүрәтен бик оҡшатты һәм үҙенә бүләк итеүен һораны. Камила эшен ҙур теләк менән тапшырҙы.

Киләсәктә яңы асылған "Ирәндек" күп функциялы клубта Камила кеүек балалар һәләттәрен бар яҡлап үҫтерһен, тине төбәк Башлығы.
Автор: Карима Усманова