Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 16:00

Өләсәһе ейәнсәре артынан киткән

Ял көндәрендә республиканың Ҡалтасы районында булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Унда туғыҙ йәшлек бала мунсала һөрөм газынан ағыуланып үлгәйне.

Әле асыҡланыуынса, мунсаға бала өләсәһе менән бергә барған булған. Улар бик оҙаҡ ҡайтмағас, туғандары барып ҡарарға була һәм ҡурҡыныс табышҡа юдыға: улар иҫһеҙ килеш ятҡан була. Шунда уҡ табиптар саҡырталар. Бала урында һәләк булһа, 63 йәшлек өләсәһен дауаханаға алып китеп өлгөрәләр. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да икенсе көнгә һәләк булған.
Ике кешенең үлеме буйынса тикшереү башланған. Урында белгестәр эшләй.
Ғаилә өсөн әйтеп булмаҫлыҡ бик ҙур фажиғә. Беҙ уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Күренеүенсә, мунсаға барған саҡта ла һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк.
Фото: dela.ru
Автор: Альфия Мингалиева