Бының өсөн башта ҡабаҡты таҙартып, йомшаҡ урынын алабыҙ. 600 грамм ҡабаҡ, ике йомортҡа, 5 аш ҡалағы он, тоҙ, бер баш һарымһаҡ, ҡара борос, 100 г майонез, укроп, көнбағыш майы кәрәк.
Ҡабаҡты эре ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә, ике йомортҡа туҡып, тоҙ, борос, һарымһаҡ, он һалып, болғатығыҙ. Ҡабаҡлы ҡамырҙан ҡоймаҡ ҡойоғоҙ. Майонезға ваҡ ҡына итеп туралған тәмләткестәр, иҙелгән һарымһаҡ һалып, соус эшләгеҙ. Һыуынған ҡоймаҡтар араһына ошо массаны һылап, араһына үҙегеҙ теләгәнсә колбаса, сыр, тоҙло ҡыяр, помидор һалып, ҡатлап теҙегеҙ. Ҡабаҡлы торттың өҫтөн йәшел тәмләткестәр, помидор йәки зәйтүн менән биҙәргә була. Ял көндәрендә тәмле торт күңелдәрегеҙҙе күтәрһен, табынығыҙҙы йәмләһен! Ашығыҙ тәмле булһын!