Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, һыуыныу 19 августҡа ҡарата төндә буласаҡ. Аҙна буйы республикала көндөҙ +13-тә +19 градусҡа тиклем йылы күҙаллана. Төндә – уртаса +8. Ҡайһы бер райондарҙа ямғырҙар яуыуы, йәшен һәм боҙ борсаҡ көтөлә.