Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 11:00

3 сентябрь “Еңеү диктанты”нда ҡатнашайыҡ!

“Еңеү диктанты” сайтында Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемде тикшереп ҡарау өсөн икенсе тест өҫтәлгән. Әлеге мәлгә тест һорауҙарына 100 меңдән ашыу кеше яуап биргән дә инде.

- Теста Бөйөк Ватан һуғышының барышына тәьҫир иткән шәхестәр, билдәле фильмдар, художестволы әҫәрҙәр һәм башҡа темаларға ҡағылған туғыҙышар һорау тупланған. Тест һорауҙарына дөрөҫ яуап биреүселәргә “Еңеү диктантын” яҙыу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ, - тип билдәләй проекттың координаторы, “Берҙәм Рәсәй” генераль советының секретары урынбаҫары Александр Хинштейн.
Башҡортостанда иһә диктант үткәреү өсөн 80-дән ашыу майҙансыҡ әҙерләнгән.
- Тестарҙы төбәктең биш юғары уҡыу йортонда, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында, “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, мәктәптәрҙә һәм музейҙарҙа яҙасаҡтар, - тип билдәләй пректтың төбәктәге етәксеһе Эдуард Сәйетбатталов.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының башҡарма комитеты етксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров билдәләүенсә, сара ҙур ойошҡанлыҡ менән һәм хәүефһеҙлек сараларын иҫәпкә алып үткәреләсәк.
Фото “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайтынан алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова