Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 18:35

Янған автомобилдән сыға алмағандар

Кисә кис Әбйәлил районында автомобилдәр аварияһына бәйле фажиғә теркәлде.

Райондың Ташбулат ауылында, Үҙәк урамда була ул. 24 йәшлек водитель идара иткән “Хендай Элантра” автомобиле йөк “ГАЗель”енә барып бәрелә. Ул машинала 63 йәшлек Пенза ҡалаһы кешеһе ултырған була.
Бәрелеш көслө була, унан һуң ике машина ла янып китә. Еңел автомобиль салонындағы кешеләр унан сыға алмайҙар...
Һөҙөмтә бик ҡурҡыныс.
– “Хендай”ҙың водителе, Әбйәлил районы егете йәрәхәттәрҙән һәм тән бешеүенен урындағы дауахананың реанимация бүлексәһендә һәләк була. Уның 49 йәшлек пассажиры, Салауат районы кешеһе авария урынында үлә. Йөк машинаһы водителе йәрәхәтләнмәгән, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.
Дөйөм алғанда кисә, 11 августа республикала 13 авария теркәлде. Уларҙа ике кеше һәләк булды, 15 кеше йәрәхәтләнде.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева