Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 11:15

Радий Хәбиров "Йәмғиәт арауығы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте" үткәрҙе

11 августа Радий Хәбиров онлайн тәртиптә "Йәмғиәт арауығы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте" үткәрҙе. Унда ҡаралған темалар: республикалағы тәбиғи парктарҙы үҫтереү перспективаһы һәм төбәктә ҡалаларҙы төҙөкләндереү проекттарын тормошҡа ашырыу.

Йәмғиәт арауығын үҫтереү буйынса республика Башлығы кәңәшсеһе Ольга Сарапулова 2019 йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи тораҡтарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса конкурста еңгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Бөрө, Ишембай һәм Бәләбәй ҡалаларын төҙөкләндереүгә, матурлауға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан йәмғеһе 580 миллион һум аҡса бүленгән. Конкурс шарттары буйынса, бүленгән федераль сараны 1 сентябргә тиклем үҙләштерергә кәрәклеген, шуның өсөн йылдам эшләргә тейешлекте һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.
2020 йылда конкурста еңеүселәргә Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылы ла өҫтәлде. Сираттағы конкурсҡа Башҡортостан тағы ла 11 ғариза ебәргән. Улары сентябрҙә ҡарала.
"Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркы үҫеше, киләсәге тураһында уның етәксеһе Илдус Аллағужин һөйләне. Яҡын киләсәктә ат-йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ һалыу, Оло Ыҡ йылғаһы аша биш аҫмалы күпер үткәреү планлаштырыла. Радий Хәбиров Экология министрлығына урынға инспекция комиссияһы ойоштороп, проектлауға тотонорға ҡушты. "Мораҙым тарлауығы туристарҙы йәлеп итерлек булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта уның тәү уникаль матурлығын да һаҡлауҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ", тине ул.
"Торатау" геопаркы генераль директоры Айнур Саманов уның үҫеше ике төп йүнәлеш буйынса алып барылыуы, уны ЮНЕСКО глобаль геопарктар тармағына индереү буйынса ойоштороу саралары дауам итеүе тураһында бәйән итте. "Торатау" тирмә кемпингы уңышлы эшләй, лагерь биләмәһенә электр, һыу үткәрелгән, тиҙҙән санузел да буласаҡ - был уңайлыҡтарҙың булыуы йыл әйләнәһенә сәйәхәтселәрҙе йәлеп итәсәк.
1 сентябрҙә Өфөлә Ағиҙел яры буйы асылырға тейеш - объекттағы эш барышын тыңлағандан һуң республика Башлығы шундай күрһәтмә бирҙе.

Фото:gtrk
Автор: Аклима Гизатуллина