Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 13:15

Йогурт ғүмерҙе оҙайта...

Аҙнаға биш тапҡыр иртән ябай йогурт ашау оҙағыраҡ йәшәргә ярҙам итә.

Бөйөк Британияның туҡланыу өлкәһендә танылған белгестәре Джульетта Келлоу һәм Сара Брюэр ана шундай һөҙөмтәгә килгәндәр, тип яҙа MedikForum.ru мәғлүмәт порталы.
“Йогурт эсәктәр өсөн бик тә файҙалы пробиотиктарҙан, кальций, фосфор һәм аҡһымдан тора. Был матдәләр организмдың һаҡлағыс үҙенсәлектәрен көсәйтеп, кешеләрҙең йәшләй үлеп китеү ҡурҡынысын кәметә”, – тип белдергән әлеге аҡыллы ханымдар. Уларҙың әйтеүенсә, төрлө тикшеренеүҙәр йогурттың ҡартайыуға бәйле проблемаларҙан (остепорозды индереп), ҡан баҫымы юғары булыуҙан ҡотолоуға ярҙам итеүен раҫлаған. Баҡтиһәң, йогуртты аҙнаһына биш тапҡыр ҡулланыу гипертония ҡурҡынысын 20 процентҡа кәметә ти. Ә инде ризыҡтың иң файҙалы сифаттарының береһе – һимереүҙән һаҡлау һәләте. Инглиз ғалимдары аңлатып үткәнсә, йогурттың эсәктәр өсөн үтә файҙалы пробиотик бактериялары туя белмәйенсә ашауға һәм ризыҡ насар үҙләштерелеүгә килтерә торған зыянлы бактерияларҙы ҡыҫырыҡлап сығара. Шуның һөҙөмтәһендә кеше, аппетиты кәмеп, организмы өчсөн күпме кәрәк – шуның ҡәҙәр генә ашай.

Фото:Sorokulya.ru
Автор: Самат Ғәлин