Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 11:05

Сирләүселәр кәмегән һымаҡ...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 34 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7093-ға етте. Һауыҡҡандар – 5384 (һуңғы тәүлектә 14 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 25. Республика стационарҙарында – 300 (шул иҫәптән 29 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 9-ы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1384 кеше дауалана. Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 644 522 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 5471. Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 21 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 21 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: "РБК"
Автор: Гүзәлиә Балтабаева