Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 12:30

Ҡуйыртылған һөт ҡушылған алманан повидло

Ҡарағат, сейә емештәрен йыйып алып, ҡайнатаһын ҡайнатып, туңдыраһын туңдырып ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға һалып ҡуйҙыҡ.

Сират алмаға етте. Алманың иртә өлгөрә торған сорттары инде бешә башланы. Уларҙы турап, полиэтилен ҡапсыҡтарға һалып туңдырып ҡуйһаң да була. Былай итһәң, ҡышҡыһын бәлеш бешерергә шәп эслек.
Шулай уҡ ҡуйыртылған һөт менән алманан ҡайнатма ла бик тәмле килеп сыға. Алманың ҡабығын әрсеп, үҙәген алып 20 минут тирәһе быҡтырып алаһың. Бешкән алманы блендер аша үткәреп, бер банка ҡуйыртылған һөт (сгущенка) өҫтәйһең, артабан бер аҙ ҡайнатып алырға кәрәк. Шунан алдан әҙерләнгән стерилләнгән банкаларға һалып тимер ҡапҡас менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Сама менән ике кило алмаға 1 банка ҡуйыртылған һөт кәрәк.
Мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ, бик тәмле килеп сыға.
Фото pixsаbay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова