Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:00

Районда уңыш йыйыу башланды

Республика баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре башланды. Һауа шарттарының яҡшы тороуы игенселәргә бар көстәрен һалып эшләргә мөмкинселек бирә.

Ауыл хужалығы консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 5 авгусҡа ҡарата төбәк аграрийҙары ярты миллион тонна иген урған, шуларҙың 428,5 мең тоннаһы – ужым, 69,1 мең тоннаһы –яҙғы культуралар.
Ужым урыу буйынса – Стәрлетамаҡ районы (42,8 мең тонна), яҙғы культуралар урыу буйынса Илеш һәм Мәләүез районы аграрий-ҙары (9 тоннанан ашыу) алдынғы урында бара.
Мәсетле районында ураҡ эштәре уҙған аҙнала башланды. Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, райондың бөтә ауыл хужалығы предприятиеларына 22713 гектар ерҙән иген культураларын йыйып алаһы бар.
“Аҡтау” йәмғиәте, 724 гектарҙа сабып, тәүгеләр рәтенә сыҡты, “Попов А. В.” крәҫтиән (фермер) хужалығы – 150 гектар, “Үҙәк” МТС-ы – 250 гектар, “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы 40 гектарҙа сапҡан.
6 авгусҡа ҡарата “Аҡтау” йәмғиәте хеҙмәтсәндәре ужым арышын 14480 центнер урһа, “Попов А. В.” крәҫтиән (фермер) хужалығы 1400 центнерға еткергән. Уңыш алыу ике хужалыҡта ла гектарынан 20 центнер тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта
Республикала “Баҫыу көнө” зональ семинары тамамланды. Йомғаҡлау сараһы Бәләбәй районы “Башҡортостандың Төньяҡ ниваһы” ауыл хужалығы етештереү кооперативы базаһында үтте.
Семинарҙар республиканың биш тәбиғәт-климат зонаһында ла булды, сөнки һәр яҡтың ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү нес-кәлектәре, үҙ сорттары, сәсеү һәм урыу ваҡыты бар. Бындай зоналарға бүлеү сарала ҡатнашыусыларға иң уңайлыһы.