Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 12:20

Әл дә күреп ҡалғандар...

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфө эргәһендәге Йоматау ҡасабаһында йәшәүселәр хуплауға лайыҡ әүҙемлек күрһәткән.

Улар юлда шыр иҫеректең машинаға идара итергә маташҡанын шәйләй. Кешеләр ҙур фажиғә буласағын тойоп, уны машинанан һөйрәп төшөрөп, асҡыстарын тартып алған һәм хоҡуҡ һаҡсыларҙы саҡырған.

Фото кадрҙарынан күренеүенсә, "водитель" кешелек фиғеленән сыҡҡансы эскән. Етмәһә, пассажир ултыртып алған, ҡатын уны әрләмәй ҙә, яҡламай ҙа, шым ғына ултырған икән.

Әлдә алдарына битараф булмаған кешеләр сыҡҡан - ошондай хәлдә был водитель юлға сыҡһа, хәлдең ни менән бөтөрөн күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.

Фото "Башинформ".
Автор: Миләүшә Сайтакова