Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 15:30

«Машук»та ҡатнашығыҙ

10–26 августа «Машук» йәштәр форумы тәүге тапҡыр онлайн форматта үткәрелә. Быйыл ул 11-се тапҡыр йыйыла. Башҡортостандан ҡатнашырға теләк белдергән 28 кешенең барыһы ла һайлап алыу аша үтеп, 11 августан онлайн-форумда ҡатнышыу хоҡуғына эйә булған.

“Машук” – Төньяҡ Кавказ федераль округында үткәрелеп килгән форум. Пандемия уның эшенә лә үҙгәрештәр индерҙе, шуға ла форумды яңы форматта –интернет-майҙанда үткәрергә тура килә. Был иһә, ғәҙәти алымдарҙы һаҡлап ҡалыу менән бер рәттән, ҡатнашыусылар географияһын киңәйтеү өсөн яңы мөмкинлектәр ҙә бирә.
Форумда ҡатнашыр өсөн 18 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр “Рәсәй йәштәре” мәғлүмәт системаһы аша заявка биргән.
Форум таныштырыу лекциялары тыңлау, билдәле кешеләр менән осрашыу, шәхси үҫеш буйынса практик күнекмәләр үтеү мөмкинлегенән алып уңышлы карьера эшләү юлдарын өйрәнеү форсатын да бирә. Эшләгән эшендә, шөғөлдәрендә уңышҡа ирешергә теләгән йәштәргә интернет аша йыл әйләнәһенә аралашып торорлоҡ мөхит тыуҙырыуы менән уникаль был форум.
Онлайн-майҙан эшлекле йәштәргә Төньяҡ Кавказ федераль округының ҙур компаниялары менән аралашыуҙы көйләргә лә ярҙам итә. Социаль проектлаштырыу өлкәһендә белемдәрен арттырырға, грант конкурстарында уңышҡа өлгәшер өсөн проекттарҙы дөрөҫ итеп әҙерләргә, шулай уҡ вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашырға ла хоҡуҡ ала форумсылар. Аҙаҡҡыһы инде округтың эре корпорацияларына эшкә урынлашырға мөмкинлек тыуҙыра.
Форум һөҙөмтәләре буйынса һәр ҡатнашыусы белем арттырыу программаһын үткәне тураһында сертификат ала. Айырыуса әүҙемлек күрһәткәндәрҙе сараның партнерҙары һәм бағыусылары – алдынғы Рәсәй компанияларынан бүләктәр көтә.
Автор: Равиля Гатауллина