Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 10:20

БЫЛ ЭШТЕ ЕҢЕЛӘЙТӘ

Рәсәй Президенты Указы менән өс йәштән алып ете йәшкә тиклем балаларға ай һайын түләнәсәк пособие тәғәйенләнде. Уны юллау һөҙөмтәләрен хәҙер ата-әсә автоинформатор аша беләсәк.

Өс йәштән алып ете йәшкә тиклем балалар пособиеһын йүнләү өсөн бирелгән ғаризаның торошон автоинформатор хәбәр итәсәк.
Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, көнөнә 2-3 мең кешегә пособие йүнләү һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр киләсәк.
Автоинформатор ата-әсәләргә барыһын да улар ғаризала яҙып ҡалдырған телефон номерҙарына хәбәр ебәреп аңлатасаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.