Күргән ғәм халыҡ аптырашта. Трактор культиваторын тағып ер эшкәрткән Кадиллакты тағы ҡайҙа осратҡанығыҙ бар?
Шаһиттарҙың береһе түҙмәгән, водитель янына барып: ”Ниңә, тракторың ватылдымы ни?”- тип һораған. Тегенеһе тыныс ҡына: ”Эйе, ватылды. Ярай, Сadillac бар бит,”- тип яуаплаған, имеш.
Беҙҙең фермерҙар булдыра, уларға бары эш булһын да, “егергә” техника булһын. “Салауат ерендә” районы гәзите хәбәрселәренә үҙенсәлекле фото өсөн рәхмәт, әләйһә, ышанмаҫ та инек был хәлгә.
Фото:”Салауат ерендә” сайты.