Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 12:30

Яңы китаптар донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә түбәндәге китаптар баҫылып сыҡты.

Гөлфиә Юнысова. Туҡтатмағыҙ юлдарымдан.
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт һәм Аҡмулла премиялары лауреаты Гөлфиә Юнысованың «Туҡтатмағыҙ юлдарымдан» китабына авторҙың элекке китаптарынан һәм һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, йырҙары һайлап индерелде.

Тамара Ғәниева. Һайланма әҫәрҙәр, I,II том.
Тамара Ғәниева - ижады хәҙерге башҡорт шиғриәтенең кимәлен билдәләгән, шиғри һүҙе күңелдәргә үтеп инер ҡөҙрәткә эйә әҙиптәрҙең береһе. Публицистика, драматургия, тәржемә өлкәһендә лә ул ең һыҙғанып эшләй, уңыштары бихисап әҙәби премиялар менән бүләкләнә. Шағирәнең «Һайланма әҫәрҙәр» енең 1-се томына төрлө йылдарҙа донъя күргән шиғырҙары тупланһа, 2-се томында әҙибәнең поэмалары һәм лирик шиғырҙары индерелде.