Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 11:42

Түләүҙәр тәғәйенләү ябайлаштырыла

Аҙ килемле ғаиләләргә ноябрҙән башлап пособие тәғәйенләү өсөн ҡайһы бер белешмәләрҙе юллау талап ителмәйәсәк.

Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин аҙ килемле ғаиләләрҙәге өс йәштән ете йәшкә тиклем балаларға түләүҙәр алыуҙы ябайлаштырҙы. Хәҙер түләүҙе тәғәйенләү өсөн граждандарға алименттар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тапшырыу кәрәкмәйәсәк. Дәүләт органдары был мәғлүмәтте ведомство-ара электрон бәйләнеш системаһы аша аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был пособие 2020 йылдың 1 ғинуарынан аҙ килемле ғаиләләр өсөн индерелде. Түләү 1 июндән башланды. Йәшәү минимумының яртыһын тәшкил иткән пособиены дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки Күп функциялы үҙәктәр аша тәғәйенләргә мөмкин.