Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 13:00

Әрем тимәгеҙ, әрем файҙалы

Август башланыу менән көндәр күҙгә күренеп ҡыҫҡара, ағастарҙағы япраҡтарҙың һарғайыуын да һиҙмәү мөмкин түгел.

Хәйер, яланда һәм урманда үләндәрҙең ҡыуара һәм сәскәһен ҡоя башлауына ла күп ҡалманы. Тап бына ошо осорҙа дарыу үләндәрен ҡулланыу, улай ғына ла түгел, йыйыу ваҡыты етте.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артискаһы Зилара Юлтаева ҡышҡылыҡҡа күп итеп кесерткән, әрем кеүек дарыу үләндәрен йыйыуы тураһында һөйләне.
– Әрем менән кесерткәнде бер миҡдарҙа күнәккә һалаһың да, эҫе һыуҙа быҡтырып алаһың, – тип һөйләй Зилара Юлтаева. – Йылыныу менән 15 минутҡа һыҙлаған аяҡтарҙы йәки ҡулдарҙы ошо төнәтмәгә тығып ултырырға кәрәк. Ғәҙәттә, уны йоҡлар йәки мунса инер алдынан эшләйҙәр. Аҙаҡтан шул урынды мотлаҡ берәй нәмә менән урайһың да “әүен баҙары”на китһәң дә мөмкин. Ә инде иртән тороуға һыҙланыу тураһында бөтөнләй онотасаҡһың. Был процедураны өс тапҡырға ғына ҡабатларға ярай, сөнки был үләндәр шул хәтлем көслө.
Зилара Юлтаева әйтеүенсә, файҙалы кәңәштәрҙе Зәкиә инәһе – әсәһенә, үҙ сиратында, әсәһе уға өйрәткән. Әрем һеперткеһе менән иҙән һеперәләр, әрем ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген таҙартыусы ла.
Әйткәндәй, Башҡортостан тәбиғәте төрлө дарыу үләндәренә бай булыуы менән бүтәндәрҙән айырыла. Кем әйтмешләй, уларҙы тапап йөрөйбөҙ, һис кенә лә ҡәҙерен белмәйбеҙ.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов