Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 17:00

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 36 яңы осрағы асыҡланған

30 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 6 711-гә еткән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала 36 яңы осраҡ асыҡланған.
1604 сирленең 195-е — стационарҙа, 1409-ы амбулатор шарттарҙа дауалана.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 5085 кеше һауыҡҡан, 60-ы — һуңғы тәүлектә.
Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй. COVID-19-ҙан үлгәндәрҙең рәсми теркәлгән һаны 22 кеше тәшкил итә.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы