Мәсетле тормошо
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 17:10
Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 675-кә еткән
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 35 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған.
Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 675-кә еткән, тип хәбәр итте Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй. COVID-19-ҙан үлгәндәрҙең рәсми теркәлгән һаны 22 кеше тәшкил итә.
Ошо осорҙа республикала 5 025 сирле һауыҡҡан, уларҙың 77-һе — һуңғы тәүлектә.
205 пациент — стационарҙа, 1423 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Фото: depositphotos.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
,
рәсми статистика
https://www.bashinform.ru/bash/1478010/