Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 18:00

Бүреләр һарыҡтарҙы ҡырған

Был ғәҙәттән тыш хәл Ҡыйғы районында теркәлгән.

Ошо турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко хәбәр итә.
“Хөрмәтле район халҡы! Бөгөн Первомайский ауылында бүреләр шәхси йорт ихатаһына инеп, һарыҡтарҙы боғаҙлаған. Һунарсылар белдереүенсә, бүреләр янғын сыҡҡан урман биләмәләренән ҡасып, ауылдарға яҡынлашҡан. Һаҡ булығыҙ! Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыға ҡалһа, кисекмәҫтән Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ”, - тип мөрәжәғәт итә хакимиәт башлығы.
Әйткәндәй, Бөрйәндә лә йыртҡыстарҙың янғындан ҡасып, ауыл биләмәләрендә күренгеләгән осраҡтары теркәлгән.
Фото: З. Гордиенко сәхифәһенән.
Автор: Римма Султанова