Мәсетле тормошо
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:55
1 сентябрҙән уҡытыусылар класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәмә ала башлай
Яңы уҡыу йылы башынан Рәсәй уҡытыусылары класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәмә түләү ала башлай. Был хаҡта дүшәмбе Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итте.
«1 сентябрҙән Рәсәй Федерацияһы президенты ҡушыуы буйынса класс етәкселәренә 5 мең һум өҫтәмә түләүҙәр була», — тип министрҙың һүҙҙәрен
килтерә
ТАСС.
Мәғариф министрлығы башлығы шулай уҡ төбәк һәм муниципаль түләүҙәрҙең бөтөрөлмәүен билдәләне.
Бынан алда Кравцов яңы уҡыу йылын традицион форматта башларға планлаштырыуҙары, ә дистанцион уҡытыуҙың өҫтәмә булараҡ ҡулланыласағы хаҡында белдерҙе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
мәғариф
,
уҡытыусыларға өҫтәмә түләү
https://www.bashinform.ru/bash/1477421/
Новости партнеров
Владимир Путин поздравил жителей Башкирии и её столицы с 450-летием Уфы
Владимир Путин менән Радий Хәбиров эш осрашыуы үткәрҙе
"Спорт - милләтара диалог һәм тынычлыкны ныгыту коралы"