Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 12:00

Дүшәмбе Башҡортостанда елдең көсәйеүе, ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ көтөлә

Башҡортостанда аҙна башында елдең көсәйеүе, йәшен йәшнәүе көтөлә, тип иҫкәртә республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе төбәктә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан секундына 3-8 метр, йәшен ваҡытында секундына 15-20 метрға тиклем.
Һауа температураһы көндөҙ —18-23 градус.
Шишәмбе урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел талғын, йәшен ваҡытында киҫкен.
Һауа температураһы төндә — 8-13 градус, көндөҙ —18-23 градус.
Шаршамбы төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Һауа температураһы — 10-15 градус, көндөҙ — 21-26 градус.
Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева