Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 13:00
Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6,6 меңдән ашҡан
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 36 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған.
Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 607-гә еткән, тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
«1536 пациент – амбулатор шарттарҙа, 204-е стационарҙа дауалана. 35 кеше – ауыр хәлдә», — тине министр.
Ведомство етәксеһе мәғлүмәттәре буйынса, яңы коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республикала 4845 кеше һауығып сыҡҡан.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
,
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
https://www.bashinform.ru/bash/1477078/
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся