Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 16:50

«Башҡортостан» милли паркында һоло ашап йөрөгән айыуҙы видеоға төшөрөп алғандар

«Башҡортостан» милли паркында директор Владимир Кузнецов һоло ашап йөрөгән айыуҙы видеоға төшөргән.

Тайыш табан аҡланға милли парк хеҙмәткәрҙәре сәскән һоло менән һыйланырға килгән.
Айыуҙы төшөрөү өсөн видео авторы һоло баҫыуынан алыҫ булмаған хәүефһеҙ урынға йәшенгән.
Милли парк хеҙмәткәрҙәре видеоны социаль селтәргә һалған.
Бынан алда «Башинформ» «Башҡортостан» милли паркында ҡоралай менән айыу балаһының фототоҙаҡҡа эләгеүе хаҡында яҙғайны.
Фото: «Башҡортостан» милли паркы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы