Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 15:00

Тормоштары ижад кеүек

Ғаилә – ул яныңда йәшәгән туғандар ғына түгел, ә уртаҡ уйҙар менән янған иң яҡын кешеләр. Улар һинең шатлыҡтарың менән бүлешә, ауыр ваҡыттарҙа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Әләгәҙ ауылынан Йәмилә менән Андрей Ибраһимовтарҙың ғаиләһе тап шундайҙарҙың береһе. Улар үҙ тормоштарын матур итеп ҡороп, башҡаларға ла үҫергә ярҙам итәләр.
Йәмилә менән Андрей бер-берҙәрен бәләкәй саҡтан белә – юлдары осраҡлы ғына Оло Ыҡтамаҡ ауылында киҫешә. Ғашиҡ булып, артабан бергә ҡалырға һүҙ ҡуйышып, ғаилә тормошо башлап ебәрәләр.
Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларға ҙур һынауҙар аша үтергә тура килә. Мәктәпте яңы тамамлаған Йәмиләнең әсәһе мәрхүм булғас, бәләкәй ҡустыларын тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Бәләкәй Йәдгәргә – ни бары йәш ярым, олораҡ Өммәткә өс йәш була. Йәш ҡыҙға Андрей ярҙам итә. Һуңынан улар, үҙ ғаиләләрен булдырып, Артем менән Сабина исемле балалары тыуа. Малайҙар үҫкән ғаиләлә ҡыҙ баланың тыуыуы ҙур ваҡиға. Ҡыҙ ғаилә башлығы тыуған көндә донъяға ауаз һала, шуға күрә Андрей уны донъялағы иң ҙур бүләк тип иҫәпләй.
Йәмилә өсөн ғаиләлә ҡыҙ баланың булыуы яңы төр һөнәр үҙләштерергә этәргес бирә. Ул атлас таҫмаларҙан сәс биҙәүестәр эшләү (канзаш) менән мауыға. Эштәре бик матур килеп сыға. Сәскә матур-матур резинкалар, ободоктар әҙерләй. Һуңынан ҡыҙына фотосессия өсөн костюмдар тегеү уйы килә. Был матур күлдәктәрҙә ҡыҙсыҡ әкиәт илендәге һылыу ҡыҙға әйләнә. Тәүҙә фотосессия уҙғарырға профессиональ фотографҡа мөрәжәғәт итә, һуңынан үҙе фотозона булдырып, фотоға төшөрөп ҡарай. Ижад емештәре матур килеп сыға.
Йәмилә һатыусы булып эшләп йөрөһә лә, был уға ижад менән шөғөлләнергә ҡамасаулыҡ итмәй, ижад уның көндәлек тормошоноң бер өлөшөн тәшкил итә.
Тормош иптәше Андрей Ибраһимов та – һәләтле кеше. Ул оҫта итеп ағастан йорт йыһаздары яһай. Ҡыҙы өсөн дә үҙ ҡулдары менән сәңгелдәк, уйынсыҡ йорт йыһаздары эшләп ҡуйған.
Балаларҙың да яратҡан һөнәрҙәре бар. Малайҙар футбол, волейбол кеүек уйындарҙа әүҙем ҡатнаша, йөҙөү менән шөғөлләнә. Өммәт китап уҡырға яратһа, ҡыҙҙары һүрәт төшөрөү, бейеү түңәрәктәренә йөрөй.