Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 13:36

Пассажирҙар - багажникта...

Күптән түгел социаль селтәрҙәргә башҡа һыймаҫлыҡ видео һалдылар: Өфөнөң Салауат Юлаев проспекты буйлап китеп барған “Лада приора” автомобиле водителе салонда урын булмағанлыҡтан пассажирҙарын багажникка ултыртып китеп бара. Тиҙлеге лә кәм тигәндә сәғәтенә 60 километр!

Егеттәр үҙҙәре нимә уйлағандыр, әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен барыһы ла инҡар иткән. Шулай ҙа ел уйнатып йөрөү язаһыҙ үтмәй. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре автомобиль хужаһын бер нисә көн эҙләгәндән һуң таба! 24 йәшлек Өфө егете дуҫтары менән һыу төшөп ҡайтып килгәндә шаяртмаҡсы булған, йәнәһе. Был “шаяртыу” өс мең һумға барып баҫа.
"Башкортостан"