Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 13:54
Башҡортостандан ике проект ҡатнаша
Быйылғы йәй туризмдың көнүҙәк мәсьәлә булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. Башҡортостан иһә был йәһәттән ҙур мөмкинлеккә эйә. Тәбиғәттең үҙенсәлеге, республикабыҙҙың географик йәһәттән уңайлы урынлашыуы республикабыҙҙы башҡа төбәктәрҙән айырмалы итә.
Башҡортостан Рәсәйҙә туристик-рекреацион кластерҙарҙы һәм экотуризмды үҫтереү буйынса федераль конкурста ҡатнаша. Был кластерҙар нимә өсөн кәрәк һуң? Иң тәү сиратта килгән туристар ағымын тәртипкә килтереү, ойоштороу һәм уға идара итеү өсөн. Был осраҡта биләмәләр менән грамоталы эш итеп һәм туристик маршруттарҙың берҙәм селтәрен ойоштороп буласаҡ. Өҫтәүенә, был – Стратегик башланғыстар агентлығының профессиональ ярҙамын һәм федераль грантты алыу өсөн шәп мөмкинлек.
Был конкурста Башҡортостандан ике проект – “Мәғрур Ирәмәл” һәм “Башҡортостан йөрәге” – ҡатнаша. Тәүгеһенә “Ирәмәл” тәбиғәт паркы менән “Уралтау” дәүләт тәбиғәт заказнигы ҡарай. Ә икенсеһенә иһә “Еҙем” төбәк тәғәйенләнешле тәбиғәт паркы, “Башҡортостан” федераль тәғәйенләнешле милли паркы, Торатау тауы, Толпар шыршылары, Киндерле-Леднев-Октябрьский мәмерйәләр селтәре, Туғар Салған күле, Асҡын боҙ мәмерйәһе инә.
13 июлдә халыҡ тауыш биреүе башланғайны. 23 июлгә тиклем барасаҡ был сарала әүҙем ҡатнашайыҡ.
Тауыш биреү өсөн
https://priroda.life
сайтына инергә һәм “География” бүлеген (
https://priroda.life/geography
) табырға кәрәк. Был картала Башҡортостан Республикаһын һәм кластерҙы һайлағыҙ, артабан “йөрәк”кә баҫығыҙ.
Республикабыҙҙан ике кластер өсөн дә тауыш бирәйек. Шулай итеп, әйҙәгеҙ, федераль комиссияға Башҡортостанға һәм уның киләсәгенә ышаныуыбыҙҙы күрһәтәйек.
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде