Мәсетле тормошо
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 13:00
Башҡортостан ҡурсаулығында янғын һүндерелде
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Урал аръяғы урмандарын һауанан күҙәтте. Ул республикала урман янғындары менән бәйле хәл тураһында хәбәр итте. Төп яңылыҡ — кисә киске сәғәт 10-сы 20 минутҡа Башҡортостан ҡурсаулығында янғын һүндерелде.
Көн дауамында алты янғын һүндерелде, уларҙың икәүһе — Әбйәлил, икәүһе — Белорет һәм береһе Мәләүез райондарында. Белорет һәм Бөрйән райондарында өс янғынды һүндереү тамамланып килә. Тораҡ пункттарға хәүеф янамай.
Киске 9-сы 30 минутҡа Белорет районындағы янғындар урынында яуым-төшөм булманы, йәнә йәшен үтте. Утты һүндереү өсөн 286 кеше һәм 64 берәмек техника йәлеп ителде.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
янғындар
https://www.bashinform.ru/bash/1475466/