Мәсетле тормошо
+16 °С
Облачно
Новости
21 Июля 2020, 12:20

Мал аҙығы әҙерләү

Мәсетле районы мәғлүмәт-консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 20 июлгә ҡарата бөтә милек формаһындағы хужалыҡтарҙа 9043 гектарҙа үлән сабылған, был планлаштырылған күләмдең 81,8 процентын тәшкил итә.

8013 гектарҙа үлән бесәнгә сабылған, 15838 тонна әҙерләнгән (пландың 81,2 проценты). “Аҡтау”, “Батыр” “Попов А. В.” хужалыҡтары бар эш күләмен башҡарған.
Сенажға 940 гектарҙа үлән сабылған, 6976 тонна йәшел масса әҙерләнгән (33,2%). “Ленинский” хужалығы – 3891 тонна (38,9%), “Йондоҙ” йәмғиәте 2500 тонна (55,6%) әҙерләгән.