Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 15:10

Республикала коронавирус таралыу 100 мең кешегә 156 осраҡ тәшкил итә

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороуҙың 41 яңы осрағы теркәлгән. Шулай итеп, сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны — 6 348 кеше, тип хәбәр итте республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Максим Забелин.

«Яңы коронавирус инфекцияһы таралыу 100 мең кешегә 156 осраҡ тәшкил итә. Үҫеш темпы – 0,7%, — тине министр. — 226 пациент стационарҙа һаулығын нығыта. 80 сирленең хәле — ҡәнәғәтләнерлек, 113-өнөң – уртаса ауырлыҡта, 33-ө – ауыр хәлдә (8-ҙе – яһалма һулыш алыу аппаратында). 1467 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана».
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 4 634 сирле яңы вирусты еңгән. Һуңғы тәүлектә 11 пациент һауығып сыҡҡан.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы