Уның билдәләүенсә, аномаль эҫе һәм ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда урман янғындары ҡабынды. Белорет, Бөрйән һәм башҡа райондарҙа урман яна. Тораҡ пункттарға ҡурҡыныс янамай, шулай ҙа ҡайһы бер осраҡта ялҡын телдәре ауыл ситенә тиклеп килеп етә. Әле урман янғындарына ҡаршы махсус техникалар йәлеп ителгән, ирекмәндәр ярҙамға сыҡҡан. Бөрйән районында кисәнән алып ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән, оператив штаб төҙөлгән. Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ.