Мәсетле тормошо
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 14:30
Өфөлә «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация кластерының һөнәри белем үҙәге төҙөлә
Өфөлә «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация кластерының һөнәри белем үҙәге төҙөлә башлай. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 95 йыллығын билдәләргә килгән ҡунаҡтар ҡатнашлығында ошо эштәргә старт бирелә.
Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Олег Бочаров, «Ростех» дәүләт корпорацияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Владимир Артяков, «Ростех»тың авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков, шулай уҡ авиация тармағының төп компаниялары — «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы», «Рәсәй вертолеттары», «Технодинамика» етәкселәре килде, тип хәбәр ителә Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында.
Өфө аэропортында уларҙы республика башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Делегация вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 95 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша. Махсус ведомство-ара комиссия ултырышында Башҡортостан менән «Ростех» араһындағы артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
УМПО
,
Ростех
,
кластер
https://www.bashinform.ru/bash/1473888/
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан