Мәсетле тормошо
+6 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
16 Июля 2020, 13:30
Республикала COVID-19 йоҡтороусылар 6134-кә еткән
Башҡортостанда коронавирус инфекциялы сирлеләр һаны һуңғы тәүлектә 57-гә артып, 6134-кә еткән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 4320 кеше һауыҡҡан, уларҙың 65-е – һуңғы тәүлектә.
Әлеге ваҡытта актив сирлеләр һаны 1795 тәшкил итә.
Коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар һаны – 20 кеше.
Рәсәй буйынса дөйөм алғанда, пандемия башланған мәлдән 752 797 сирле асыҡланған. Бөтә осорҙа 11 937 кеше коронавирустан донъя ҡуйған.
Һуңғы тәүлектә илдә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 6 428 осрағы асыҡланған. Тәүлек эсендә Рәсәйҙә 167 үлем осрағы теркәлгән.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
https://www.bashinform.ru/bash/1473565/
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"