Ғәҙәттән тыш хәл Есенин урамындағы йәкшәмбе баҙарына яҡын ғына урында булған.
Киске биштә автобус автовокзалдан ҡуҙғалып, Баймаҡ — Урғаҙа маршруты буйынса юлланған.
Бортта ете пассажир булған. Бәхеткә, улар барыһы ла салондан ваҡытында сығып өлгөргән.
Зыян күреүселәр тураһында әлегә билдәһеҙ.