Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 16:10

Тәүлек эсендә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 63 осрағы асыҡланған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекциялы сирлеләр һаны 63-кә артып, 6077-гә еткән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.

Пандемия башланғандан алып республикала 4255 кеше һауыҡҡан, уларҙың 79-ы – һуңғы тәүлектә.
Әлеге ваҡытта ауырыуҙар һаны 1803 тәшкил итә.
Коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар – 20 кеше.
Бынан алда «Башинформ» Өфөлә 1971 йылғы ир-егеттең яҡты донъя менән хушлашыуы тураһында хәбәр иткәйне. Ул һимереүҙән дә яфаланған.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы