Барлығы 13434 тонна бесән әҙерләнгән – пландың 68,9 процентын тәшкил итә. “Аҡтау” йәмғиәте, “Попов” КФХ-һы, “Батыр” йәмғиәте, “Зиялтдинов” КФХ-һы планды 100 процентҡа үтәгән.
Сенажға 880 гектарҙа үлән сабылған – пландың 40 проценты, 5876 тонна әҙерләнгән – 28% . “Ленинский” хужалығы – 38%, “Йондоҙ” йәмғиәте – 31,1%.
Ерҙе парға һөрөү эштәре дауам итә – 3137 гектар (62,7%). Был эште “Йондоҙ” йәмғиәте һәм “Үҙәк“ МТС-ы тамамлаған да инде.