Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 11:00

Башҡортостанда мәғариф буйынса август кәңәшмәһе тәүгә дистанцияла уҙғарыла

Башҡортостанда Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе тәүгә дистанцияла уҙғарыла. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Мәғариф кәңәшмәһен дистанцияла үткәреү тәҡдиме менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сығыш яһаны.
Ведомствоға Өфө ҡалаһы хакимиәте, Мәғарифты үҫтереү институты, Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы һәм урта махсус уҡыу йорттары директорҙары советы менән берлектә кәңәшмәне әҙерләү һәм уҙғарыу бурысы йөкмәтелде. Ойоштороу комитеты етәксеһе – хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров.
Фото: Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы