Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 17:10

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 6 меңдән ашҡан

Башҡортостанда СOVID-19 йоҡтороусылар һаны 6014-кә еткән.

Һуңғы тәүлектә 47 осраҡ асыҡланған. Был турала Өфө мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Роспотребнадзор идаралығының эпидемиологик күҙәтеү бүлеге етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөлфиә Камаева белдерҙе.
Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов һүҙҙәренсә, әлегә битлекте сисергә ярамай, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәктәренә полиция менән берлектә халыҡ күп йөрөгән урындарҙа иҫкәртеү рейдтарын уҙғарыуҙы дауам итергә кәрәк.
Бынан алда хәбәр ителеүенсә, республикала ковид-госпиталдәрҙең койка фонды 30% тулған, ә яңы коронавирус инфекцияһына иммунитет кимәле 5,4% тәшкил итә.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы