Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 19:00

Беҙҙә әлегә изоляция режимын йомшартыу өсөн бер ниндәй мөмкинлек тә юҡ – Башҡортостан башлығы

Әлеге этапта республикала изоляция режимын йомшартыу хаҡында һүҙ бармай, тип белдерҙе дүшәмбе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

«Беҙҙә артабан изоляция режимын бөтөрөүҙе дауам итеү, ниндәйҙер яңы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бер ниндәй мөмкинлек тә, бер ыңғай хәбәр ҙә юҡ. Мәктәп лагерҙарын, эшмәкәрлектең ҡайһы бер төрҙәрен асыу, өлкән йәштәгеләр өсөн изоляция режимын бөтөрөү кеүек», — тине Радий Хәбиров.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, әлеге ваҡытта республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 5967 осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә 46-ға күберәк.
Фото: Валерий Шахов
Галина Бахшиева