Мәсетле тормошо
+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 17:30
Республикала дельтаплан ҡолаған: пассажир һәләк булған
9 июлдә киске сәғәт 10 тирәһендә Стәрлебаш ауылы янында пилот һәм пассажир ултырған мотодельтаплан һауаға күтәрелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 10 минут үткәс, һауа судноһы ергә ҡолаған.
Мотодельтаплан пассажиры урында һәләк булған, ә пилот дауаханаға оҙатылған, әле ул реанимация бүлексәһендә ята.
«Авария урынында пилоттың документтары араһында пилот таныҡлығы табылмаған. Башҡортостан һауа хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә Стәрлебаш районында әлеге суднола осорға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр ителмәгән», — тип белдерҙеләр Волга буйы транспорт прокуратураһында.
Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм, Стәрлетамаҡ район-ара бүлек тәфтишсеһе, Стәрлетамаҡ транспорт прокуроры вазифаһын башҡарыусы килгән.
Хәҙер Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһы һауа киңлеген законлы файҙаланыуҙы һәм осоштарҙың хәүефһеҙлеге тураһында федераль ҡануниәтте үтәүҙе тикшерә. Бынан тыш, прокуратура ошо факт буйынса тәфтиш алды тикшереүе барышын контролгә алған.
Фото: Волга буйы транспорт прокуратураһы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
дельтаплан ҡолаған
https://www.bashinform.ru/bash/1471654/
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы