Мәсетле тормошо
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 13:35
Республика башлығы юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров COVID-19 таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһында билдәләнеүенсә, республикала 65 йәштән өлкәндәр өсөн 26 июлгә тиклем мотлаҡ изоляция режимы һаҡлана. Хаҡлы ялдағыларға аҙыҡ-түлек, дарыу алырға сығырға, элемтә салонына барырға рөхсәт ителә. Өлкән йәштәгеләргә шулай уҡ баҡсаға һәм зыяратҡа барып килергә мөмкин.
Бынан тыш, COVID-19 индереүгә һәм таралыуға юл ҡуймау буйынса төбәк оператив штабы 15 июлдән профилакторийҙар йәки шифахана-һауыҡтырыу лагерҙары, шулай уҡ айырым балалар һауыҡтырыу һәм мәктәп яны лагерҙары, балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагерҙарының эшләй башлауын белдерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
Башҡортостан Республикаһы башлығы
,
коронавирус
https://www.bashinform.ru/bash/1471459/