Мәсетле тормошо
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 11:45
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе шәжәрә конкурсында ҡатнашырға саҡыралар
Сентябрҙә Асҡын районында «Шәжәрә байрамы» республика халыҡ байрамы ойошторола.
Байрам программаһында — «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары» ғилми-ғәмәли конференцияһы, шәжәрә, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе, «Шәжәрә» балалар һүрәттәре конкурсы, «Ғаиләм — минең ҡәлғәм» республика конкурсы гала-концерты. Еңеүселәр бүләкләнә.
Халыҡ байрамында шәжәрә төҙөүселәрҙең республика конкурсы ла уҙғарыла. Унда өс категорияла, йәшенә һәм һөнәренә ҡарамайынса, шәжәрә төҙөүселәр ҡатнаша ала:
— мәктәп уҡыусылары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары;
— аспиранттар, урта дөйөм биреү мәктәбе, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары;
— һәүәҫкәрҙәр һәм хаҡлы ялдағылар.
Шәжәрә төҙөүселәрҙең асыҡ республика конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 2020 йылдың 20 авгусына тиклем «Шәжәрә байрамы 2020» билдәһе менән ойоштороу комитетының электрон почтаһына ебәрергә кәрәк:
[email protected]
.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
байрам
https://www.bashinform.ru/bash/1471035/