Новости
8 Июля 2020, 07:00

Ялған ышаныс ҡағыҙы асыҡланған

Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең (артабан – Росреестр) Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы дәүләт теркәүе тураһында ялған документ эшләнеүен асыҡланы.

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығының күсем-һеҙ торлаҡ тәғәйенләнешендәге объекттарын теркәү бүлеге белгестәре 2 725 639, 22 һумлыҡ кадастр хаҡы менән фатирға ҡарата (Өфө ҡалаһының Октябрь прос-пектында урынлашҡан) дәүләт теркәүенә бирелгән документтарына хоҡуҡи экспертиза уҙғар-ҙы. Был ялған килешеүҙә ҡатнашыусылар эксперттарҙың тапшырылған бар документтарҙы ентекле өйрәнелгәнен белмәгән, күрәһең. Был осраҡта ошо фатирҙы һатыусы исеменән бирелгән ышаныс ҡағыҙын тикшергәндә, бындай документты раҫлатыу өсөн нотариусҡа бер кемдең дә мөрәжәғәт итмәүе асыҡлана.
Росреестр идаралығы ялған ышаныс ҡағыҙы биреү осрағы тураһында мәғлүмәттәрҙе Баш-ҡортостан Республикаһы идаралығына тапшырҙы. Дәүләт теркәүенә ялған ышаныс ҡағыҙы биргән кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Шулай итеп, Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәренең иғтибарлығы һөҙөмтәһендә фатирҙың законлы хужаһының хоҡуҡтары һаҡланып ҡалған.
“Әгәр күсемһеҙ милек ышаныс ҡағыҙы буйынса һатыла икән, уның хужаһының үҙе менән осрашырға һәм ысынлап һатырға теләүен үҙенән ишетергә тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ Федераль нотариаль палата порталында ышаныс ҡағыҙҙарын тикшереү өсөн бушлай онлайн-сервис эшләй. Был сервис аша тәҡдим ителгән документ тураһында мәғлүмәт булыу-булмауын теләгән ваҡытта тикшерергә була”, – тинеләр Росреестрҙың төбәк бүлексәһендә.