Мәсетле тормошо
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 11:50
Эҫе була: Башҡортостанға субтропик йылы килә
Республикала был аҙна эҫе булырға вәғәҙәләй, тип фаразлай Башгидрометүҙәк синоптиктары.
«Субтропик йылы таралыуға бәйле алдағы көндәрҙә температураның норманан 4-7 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Аҙна аҙағында төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы 14-19-ҙан 17-23 градусҡаса күтәрелә, көндөҙ +28, +33-тән +31, +36-ға тиклем», — тип хәбәр ителә метеохеҙмәт сайтында.
Шул уҡ ваҡытта республикабыҙ өсөн максималь һауа температураһының +38 градусҡа тиклем һәм унан юғарыраҡ күтәрелеүе үтә эҫелек критерийы булып тороуы билдәләнә.
Аҙна һуңына эҫе бер аҙ һүрелә. Һауа температураһы түбәнәйә: төндә +13,+18, көндөҙ +26,+30, көньяҡта +34 градусҡа тиклем. Һалҡын фронт үткән саҡта республиканың төньяҡ райондарында йәшенле ҡойма ямғыр, урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы, көслө ел иҫеүе ихтимал.
Фото: Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
һауа торошо
https://www.bashinform.ru/bash/1470460/