Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 17:00

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү тамамлана: майҙандарҙың 82 процентында күп йыллыҡ үлән сабылған

Башҡортостан аграрийҙары мал аҙығы әҙерләүҙе тамамлай. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 7 июлгә 367 мең гектар күп йыллыҡ үлән сабылған, йәки бөтә майҙандарҙың 82 проценты.

Сағыштырыу өсөн, былтыр ошо көнгә күрһәткес 260 мең гектар тәшкил иткән.
Сабыуҙа Хәйбулла, Дүртөйлө, Ҡыйғы, Борай райондары аграрийҙары алдынғылыҡты бирмәй, унда 10-16 мең гектарҙан ашыу күп йыллыҡ үлән сабылған.
Мал аҙығы әҙерләү ҙә әүҙем бара. Бөгөнгә республикала 472 мең тонна бесән һәм 858 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Һәр шартлы баш мал иҫәбенән — 11,7 центнер мал аҙығы берәмеге.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы