Мәсетле тормошо
+15 °С
Облачно
Новости
7 Июля 2020, 06:37

Владимир Путин һауа транспорты тармағындағы хәл-торош менән ҡыҙыҡһынды

Рәсәй Президенты "Аэрофлот" башлығы Виталий Савельев менән осрашты. Унда һүҙ һауа транспорты тармағындағы хәл-торош тураһында барҙы. Эпидемиологик хәл сәбәпле самолеттар осошо туҡтатылғайны. Хәҙер рейстар әкренләп тергеҙелә башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Путин пассажирҙарҙың самолетта нисек ултырыуы менән ҡыҙыҡһынды. "Аэрофлот" башлығы белдереүенсә, унда махсус фильтрҙар ҡуйылған, һауа өс-биш минут һайын алмашынып тора. таҙартыу кимәле операция бүлмәһендәге кеүек - 97-99 процентҡа тиклем. Бортта сир йоҡторорға мөмкин түгел. Бирсәткә, битлек бирәләр һәм элеккесә һәр урынға ултырталар, ә шахмат тәртибендә түгел.
Шахмат тәртибендә ултыртыу идеяһынан бөтә илдәрҙәге авиакомпаниялар баш тартҡан, сөнки билет хаҡтарын күпкә арттырырға тура киләр ине.